+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Ноябрь 2021, 11:55

ЯҠТАШТАРЫБЫҘ АБСОЛЮТ ЕҢЕҮСЕ БУЛЫП ҠАЙТТЫ

Ҡариҙел районынан аталы-ҡыҙлы Миңнебаевтар IV Бөтә донъя гер спорты оҫталары олимпиадаһынан ун бер алтын миҙал алып ҡайтты. Ярыштар Беларустың Витебск ҡалаһында үткән.

ЯҠТАШТАРЫБЫҘ АБСОЛЮТ ЕҢЕҮСЕ БУЛЫП ҠАЙТТЫ
ЯҠТАШТАРЫБЫҘ АБСОЛЮТ ЕҢЕҮСЕ БУЛЫП ҠАЙТТЫ

Альберт Миңнеғәлим улы менән Әлзәнә был ярыштарҙа һигеҙ олимпия рекорды ҡуйған, ете алтын кубок яулаған. Халыҡ-ара класлы спорт мастеры Миңнебаев – олимпиаданың абсолют еңеүсеһе, ә Әлзәнә абсолют рекордсыһы булып танылған.
Эре халыҡ-ара ярыштар программаһына ингән бөтә программаларҙа ла яҡташтарыбыҙҙың  ҡаҙаныштары ҡатнашыусыларҙы ғына түгел, форумды ойоштороусыларҙы ла шаҡ ҡатырған. Улар донъяның 40 илдән йыйылған 250 спортсы араһында шундай һөҙөмтәләр күрһәткән бит.  

Альберт Миңнеғәлим улы инде 30 йыл төрлө халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнаша. Бер ҡасан да призһыҙ ҡайтмай. Ул – күп тапҡырҙар донъя, Европа, Евразия, Азия, Рәсәй, Беларустың абсолют чемпионы, Бөтә донъя Олимпия уйындарының 25 тапҡыр чемпионы, атҡаҙанған тренер, халыҡ-ара категориялы атҡанған судья. Ул дүрт тапҡыр Гиннес китабына ингән (мәҫәлән, 2015 йылда 1 сәғәттә герҙе 1647 тапҡыр күтәргән).  

Альберт Миңнебаев йәштәрҙе спортҡа ылыҡтырыуға күп көс һала.  

Ҡыҙы Әлзәнә лә атаһы юлынан китте. Ул 16 йәшендә үк Рәсәй беренселегендә көмөш миҙап яуланы.  
Альберт Миңнебаев Беларусҡа сәфәрҙе ойоштороуҙа ҙур ярҙам өсөн Ҡариҙел хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллинға ҙур рәхмәт белдерә һәм ҡыҙы менән икәүләп уның, район халҡының ышанысын аҡлай алған алғандары өсөн шатлана.

Сығанаҡ: Ҡариҙел районы хакимиәте.

Автор:И. ҒАТАУЛЛИНА.
Читайте нас: