+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Ноябрь 2021, 12:53

ЯҢЫ ЙЫЛҒА ОҘАҠ ҠАЛМАНЫ

Яңы йыл яҡынлашыуҙың тәүге билдәләре күренә. Өфөлә Салауат Юлаев майҙанында пикселле шыршыны ҡора башлағандар.

ЯҢЫ ЙЫЛҒА ОҘАҠ ҠАЛМАНЫ
ЯҢЫ ЙЫЛҒА ОҘАҠ ҠАЛМАНЫ

Бындай шыршыны ҡороп ултыртыу оҙаҡ ҡына ваҡытты ала икән, шуға иртә тотонғандар. Шыршының бейеклеге – 32 метр. Ул 10-14 көн эсендә әҙер буласаҡ.

Өфө ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, шыршыны 10 хеҙмәткәр ҡора, автокран ҡулланалар.

Өфөләге байрамса биҙәлгән майҙандар исемлеге ноябрь уртаһына билдәле буласаҡ.

Фото: Өфө ҡала хакимиәте сайтынан.

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: