Ҡыҙыл майҙандағы Минин менән Пожарский һәйкәле халыҡтың берләшеп, илде ҡотҡарып ҡалыуын кәүҙәләндерә. Ул һәйкәл 1818 йылда ҡуйылған.
Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика халҡын ҡотлай.
“Башҡортостан һәр ваҡыт төрлө милләт, төрлө дин кешеләре өсөн уртаҡ йорт булып ҡалһын өсөн бөтәһен дә эшләргә тейешбеҙ. Беҙҙе бурыс – быуындар бәйләнешен һаҡлау, йәштәрҙә Ватанға һөйөү тәрбиәләү, уның мәнфәғәттәрен һаҡларға әҙер булыу, бергәләшеп бәхетле киләсәк төҙөү. Республиканың бөтә халҡын байрам менән ҡотлайым! Һаулыҡ, именлек, тыныслыҡ һәм уңыштар теләйем!” – тиелгән Башҡортостан Башлығы сайтында баҫылған ҡотлауҙа.
Фото: Башинформ.