«Башҡортостан менән Силәбе өлкәһе араһында беҙҙең республика өсөн ҙур тарихи әһәмиәткә эйә булған территория бар, – ти Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев. – Был ерҙәрҙә XVIII быуатта башҡорттарҙың милли батыры Салауат Юлаевтың тыуған ауылы Тәкәй урынлашҡан булған. Фәнни донъяла әле булһа уның ҡайҙа урынлашҡанлығы тураһында бәхәстәр бара. Билдәле булыуынса, 1773–1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр ихтилалынан һуң Шайтан-Көҙәй улусының бөтә ауылдары ғәмәлдә төбөнә тиклем үртәлгән. Шуға ҡарамаҫтан, ҡайһы бер документаль мәғлүмәттәр һәм археологик табылдыҡтар эҙләнеүҙәр даирәһен тарайта. Ғалимдар раҫлауынса, тарихи әһәмиәткә эйә булған урындар Силәбе өлкәһенең дә сик буйы төбәктәрен биләй. Күршеләребеҙ менән һөйләшеүҙәрҙән һәм аңлашыуҙарҙан һуң ул ерҙәрҙе Башҡортостанға биреү тураһында килешеүгә өлгәшелде».
Башҡортостан менән Силәбе өлкәһе араһында 1330 километрлыҡ уртаҡ сикте тасуирлау эштәре тамамланған. Сиктәргә ҡағылышлы фекер айырымлыҡтары юҡ. Башҡарылған эш һөҙөмтәһендә Башҡортостан Республикаһы һәм Силәбе өлкәһенең юғары вазифалы кешеләре тарафынан Килешеүгә ҡул ҡуйылған.
Константин Толкачев әйтеүенсә, Килешеү төбәктәрҙең ҡануниәте менән раҫланырға тейеш. Был закон проектын Дәүләт Йыйылышы депутаттары киләһе пленар ултырышта ҡарарға йыйына.
Сығанаҡ: Башинформ.