+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Ноябрь 2021, 13:00

РУБИН МОҢДАН АЙЫРЫЛМАҪ

Түләүһеҙ музыка мәктәптәре селтәре 1918 йылда совет Рәсәйендә барлыҡҡа килгән. Иң беренсе булып Петроградта Римский-Корсаков исемендәге дәүләт балалар музыка мәктәбе асылған. Советтар Союзында бөтә ҡалаларҙа, район үҙәктәрендә, ҡайһы бер ҙур ауылдарҙа ла эшләне ул мәктәптәр. Күп фатирҙарҙа пианино һәм башҡа музыка ҡоралдары була торғайны. Күпме бала сәнғәткә ылығып, эстетик тәрбиә алып, музыканы яратып үҫте!

РУБИН МОҢДАН АЙЫРЫЛМАҪ
РУБИН МОҢДАН АЙЫРЫЛМАҪ

Хәҙерге Рәсәйҙә музыка мәктәптәренең бөр өлөшө генә һаҡланған. Улар сәнғәткә һөйөү тәрбиәләү юлында фиҙакәр эшләүен дауам итә,  ҡайһы бер айырыуса һәләтле һәм тырыш тәрбиәләнеүселәре конкурстарҙа еңә, тамашасы һөйөүен яулай.

Ошо көндәрҙә Дүртөйлө музыка мәктәбе уҡыусыһы 15 йәшлек Рубин Рәхмәтуллин «Таланттар заманы» республика конкурсында беренсе дәрәжә лауреат булды. Ярыш «Мәҙәниәт» милли проектының «Ижад кешеләре» проекты сиктәрендә онлайн-форматта үтте.

Рубин саксофонда А. Вивальди менән Ж. Масне композицияларын башҡарҙы, уның башҡарыу оҫталығы жюри ағзаларына көслө тәьҫир яһаған. Үҫмер бер йылдан музыка мәктәбен тамамлаясаҡ, әммә саксофоны менән айырылырға йыйынмай.

– Ете йыл элек улыбыҙҙы тын алыу системаһын үҫтереү өсөн музыка мәктәбенә саксофонда өйрәнеүгә биргәйнек, – ти үҫмерҙең әсәһе Әлфиә Рәхмәтуллина. –  Шулай итеп ул музыкаға ылыҡты. Артабан тормошон физика, информатика менән бәйләргә йыйына, сөнки был предметтар буйынса яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә. Ләкин музыка ла тормошонда бөтөнләйгә ҡалыр тип уйлайбыҙ. Уҡытыусыһы Ольга Беловаға рәхмәт: ул бик сабыр, һиҙгер, сәнғәткә һөйөү уята алды.

Сығанаҡ: Дүртөйлө район хакимиәте.

 

РУБИН МОҢДАН АЙЫРЫЛМАҪ
РУБИН МОҢДАН АЙЫРЫЛМАҪ
Автор:Г. ҒАЙСИНА.
Читайте нас: