+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Ноябрь 2021, 14:00

АЛЬБИНА ТӨРКИӘЛӘ ГРАН-ПРИ ЯУЛАНЫ

Төркиәлә үткән «Евразия королеваһы - 2021» (The Queen of Eurasia - 2021) халыҡ-ара һылыулыҡ конкурсында Башҡортостандан Альбина Шәйхелисламова Гран-при һәм «Евразия королеваһы - 2021»  титулын яуланы.  

АЛЬБИНА ТӨРКИӘЛӘ ГРАН-ПРИ ЯУЛАНЫ
АЛЬБИНА ТӨРКИӘЛӘ ГРАН-ПРИ ЯУЛАНЫ

Конкурста 28 илдән һылыуҡайҙар, шул иҫәптән Башҡортостандың 2020 йылғы һылыуҡайы Альбина ла ҡатнашты. Уға 22 йәш, Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡый, ковид госпиталендә шәфҡәт туташы булып эшләй.

Конкурстың интернет аша тауыш биреп асыҡланған «Тамашасы һөйөүе һылыуы» титулын да Альбина яулаған, яҡташтары уның өсөн бик әүҙем тауыш биргән.

АЛЬБИНА ТӨРКИӘЛӘ ГРАН-ПРИ ЯУЛАНЫ
АЛЬБИНА ТӨРКИӘЛӘ ГРАН-ПРИ ЯУЛАНЫ
Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: