+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Ноябрь 2021, 17:17

МИЛЛИ ПРОЕКТТАР КӨНКҮРЕШТЕ ЯҠШЫРТА

Быйыл Башҡортостанда милли проекттарҙы финанслау күләме 29  миллиард һум самаһы тәшкил итә. Шуның 20,5 миллиарды – федераль, 8,5 миллиарды  – республика бюджетынан.

МИЛЛИ ПРОЕКТТАР КӨНКҮРЕШТЕ ЯҠШЫРТА
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР КӨНКҮРЕШТЕ ЯҠШЫРТА

Был хаҡта бөгөн республика Хөкүмәтендәге  оператив кәңәшмәлә милли проекттар буйынса эш өсөн яуаплы Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Илшат Тажетдинов һөйләгән. 1 ноябргә ҡарата йыллыҡ план буйынса үтәлеш күләме 66,5%  тәшкил иткән.

Иң ҙур суммалар «Торлаҡ һәм ҡала мөхите»  һәм «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекттарына тура килгән.  Быйыл милли проекттар ярҙамында 82 йәмәғәт территорияһы төҙөкләндерелгән, 180 км юл ремонтланған, Ағиҙел аша өҫтәлмә күпер һалынған.  

15 мең кв. метр майҙанлы авария торлағында йәшәүселәр күсерелгән, Стәрлетамаҡта «Кванториум» технопаркы,  урта һөнәри уҡыу йорттарында заманса 20 оҫтахана асылған. Онкология диспансерына һәм бүлексәләренә  43 берәмек юғары технологиялы ҡорамал  алынған,  12 мәҙәниәт учреждениеһы яңыртылған,  өс моделле китапхана асылған, дүрт  автоклуб алынған. Йыл аҙағына тиклем тағы байтаҡ эштәр эшләнәсәк.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: