-14 °С
Ҡар
Был комплекста уңайлы ҡунаҡ йорттары селтәре хасил ителә. Ул “Туризм” милли проектының «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» федераль проекты сиктәрендә төҙөлә.
Экокомплекстағы дүрт-һигеҙ кешелек ҡунаҡ йорттары заманса модулле конструкцияларҙан ҡорола һәм йәй генә түгел, ҡышҡы шарттарға ла яраҡлы булып тора. Тағы 50 урынлыҡ конференц-залы булған ике ҡатлы йорт, мини-хостел, 2 мунса, сувенир лавкаһы, гриль йорто бар. Бынан тыш, проект өсөн яуаплы Анна Ларина әйтеүенсә, яңы туристик маршруттар һалына, сәләмәт тормош саралары ойошторола.
Сығанаҡ: Ғафури район хакимиәте.