-4 °С
Облачно
Яңылыҡтар
11 Ноября 2021, 09:00

ЙӘНИҪӘП АЛЫУҘА – АЛДЫНҒЫЛАР ИҪӘБЕНДӘ

Башҡортостан – халыҡ иҫәбе алыу барышы буйынса Рәсәйҙә алдынғылар иҫәбендә. Был хаҡта Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Хөкүмәт ағзалары менән үткәргән кәңәшмәһендә Росстат башлығы Павел Малков хәбәр иткән.

Добавить в предпочтительные источники Google
ЙӘНИҪӘП АЛЫУҘА – АЛДЫНҒЫЛАР ИҪӘБЕНДӘЙӘНИҪӘП АЛЫУҘА – АЛДЫНҒЫЛАР ИҪӘБЕНДӘ
ЙӘНИҪӘП АЛЫУҘА – АЛДЫНҒЫЛАР ИҪӘБЕНДӘ

Беҙҙең республиканан тыш, алдынғылар иҫәбенә Мәскәү менән Мәскәү өлкәһе, Санкт-Петербург, Төньяҡ Кавказ субъекттары, Ставрополь, Волгоград, Тула өлкәләре, Краснодар крайы, Мордовия, Чукотка һәм Татарстан ингән.

Башҡортостанда 4 миллиондан ашыу кеше иҫәпкә алынған.

Рәсәйҙә, Павел Малков билдәләүенсә, 133,5 миллион кеше, йәғни халыҡ һанының 91,6 проценты иҫәп үткән.

Цифрлаштырыу ярҙамында йомғаҡ яһау ҡыҫҡа ваҡыт эсендә эшләнәсәк һәм декабрҙә яҡынса һөҙөмтәләр билдәле буласаҡ.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас