Әле яңы ғына Төркиәлә үткән халыҡ-ара һылыулыҡ конкурсында Альбина Шәйхелисламованың Гран-при яулауы тураһында хәбәр иткәйнек. Өфөнөң Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһын тамамлап, БДМУ-ла уҡып, ковид госпиталендә эшләп йөрөгән ҡыҙ ул Альбина.
Бөгөн иһә Красноярск ҡалаһында «Мисс Азия-Сибирь - 2021» XV халыҡ-ара һылыулыҡ һәм талант конкурсында тағы бер башҡорт ҡыҙының – Аҡмулла исемендәге БДПУ студенткаһы Илүзә Иҫәндәүләтованың 1-се вице-мисс титулын яулағаны билдәле булды. 21 йәшлек Илүзә – сығышы менән Сибайҙан.
Ҡотло булһын еңеүҙәр! Яңынан-яңы уңыштар һеҙгә, ҡыҙҙар!