Ошо уңайҙан Өфөгә Премия һәм Фестиваль директоры Игорь Костолевский, Станиславский һәм Немирович-Данченко исемендәге Музыка театрының балет труппаһы художество етәксеһе Лоран Илер килде.
Лоран Илер Париж операһында яҡташыбыҙ Рудольф Нуриев менән бергә эшләгән. Уның хаҡында иҫтәлектәре менән уртаҡлашып, ошоларҙы һөйләй:
“Париж операһында Рудольф Нуреев 1983 йылда эшләй башланы, ул балет труппаһы директоры булды. Быға тиклем мин уны бер йыл элек белә инем инде. Беҙ уның вафатына тиклем бергә эшләнек. Ул беҙҙә һуңғы балеты „Баядерка“ны ҡуйҙы. Уның тураһында туҡтамай һәйләргә була, шул тиклем күп тарихтар, көләмәстәр. Ул – минең тормошомда осраған иң харизмалы кешеләрҙең береһе. Ул мине сәхнә фәлсәфәһенә һәм тормош фәлсәфәһенә өйрәтте. Ул һәр ваҡыт ошоно ҡабатланы: "Һүҙҙәр кәрәкмәй, эштәр генә мөһим. Залда ла, тормошта ла бөтә нәмә бик прагматик". Ул былай ти ине: "Мин эшләй алғанды һеҙ ҙә эшләй алаһығыҙ, быны һөйләп тороуҙың кәрәге юҡ". Ул бейеүҙе ныҡ яратты, балетҡа һәм академизмға сикһеҙ һөйөү ине был. Ул иртәләрен бер ваҡытта ла балет класын ҡалдырманы – кисе нисек үткән булһа ла, самолеттан ни тиклем һуң ҡайтҡан хәлдә лә. Башҡа һыймаҫлыҡ ирекле кеше ине. Уның үҙенә генә хас һөйләшеү, фекерҙәрен әйтеү манераһы булды. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең төрлө хәлдәр була ине, беҙ бәхәсләшә лә ала инек. Уға мәмәй булмаған һәм уға ҡаршы әйтә алған кешеләр оҡшай ине. Беҙҙең арала уҡыусы һәм мэтр мөнәсәбәттәре һаҡланды”.
Француз балет солисы һәм хореограф Лоран Илер 1962 йылда тыуған. Ул – XX һәм XXI быуатта донъя балетының иң сағыу йондоҙҙарының береһе, бейеүенә камил академик техника һәм нескә стиль һиҙемләүе хас. Уны Рудолья Нуриев традицияларының вариҫы тип атайҙар.
Фотола: Лоран Илер.
Валерий ШАХОВ фотоһы.
Сығанаҡ: Башинформ.