Республикала әлеге көнгә 1 млн 775 мең кеше вакцина яһатҡан. Роспотребнадзорҙың Башҡортостан идаралығы төҙөлөш, сәнәғәт һәм ауыл хужалығы предприятиеларында эшләүселәргә вакцина яһатыу мәжбүрилеге тураһында ҡарар сығарған.
Вакцина алғандан ярты йылдан ревакцинация яһатһаң, антиесемдәр дозаһы бик юғары кимәлгә етә, тигән иммунолог Владимир Болибок. Уның практикаһында 1 миллилитрға 2000-дән 5600 балға еткән осраҡтар ҙа булған.
Ә икенсе бер иммунолог табип Владислав Жемчугов водителдәргә транспортта елләтеү ҡоролмаһын һүндермәҫкә кәңәш итә, сөнки ел вирусты осороп алып китеп тора икән. Йәнә ҡыш көнө тышта, уның әйтеүенсә, вирус эләктереү мөмкин түгел, сөнки вирус һалҡынға сыҙамай.
РФ Президентының матбуғат секретары Дмитрий Песков әйтеүенсә, QR-кодтан һәм башҡа сикләүҙәрҙән коллектив иммунитет барлыҡҡа килгәс түгел, ә пандемия бөтөнләй тамамланғас ҡына баш тартырға мөмкин буласаҡ.
Республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан сода компанияһында кислород станцияһының ҡабат эшләтелә башлауы тураһында яҙа. Октябрҙә госпиталдәребеҙҙә кислород бик наҡыҫ булғанға, уның һәр килограмын һанай башлағайныҡ, ти Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙәге хәбәрендә. Кислород кәрәклеге тураһындағы оранға иң беренселәрҙән булып БСК яуап биргән һәм бик ҡыҫҡа ваҡыт эсендә кислород станцияһын эшләтеп ебәргән. Хәҙер республика медицина өсөн кәрәкле бөтә кислородтың өстән бер өлөшөн үҙе эшләп сығара.
Сығанаҡ: Башинформ.