+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Ноябрь 2021, 17:00

АНСАМБЛЬ ЯҢЫ БЕЙЕҮҘӘР ӘҘЕРЛӘГӘН

Иртәгә Ф. Ғәскәров исемендәге Халыҡ бейеүҙәре ансамбле үҙ залында ҙур концерт менән сығыш яһай. Коллектив өс яңы бейеү әҙерләгән.

АНСАМБЛЬ ЯҢЫ БЕЙЕҮҘӘР ӘҘЕРЛӘГӘН
АНСАМБЛЬ ЯҢЫ БЕЙЕҮҘӘР ӘҘЕРЛӘГӘН

Береһе – «Левжань кштима» тигән мордва муҡшылары бейеүе. Етеҙ, дәртле бейеү мордва халҡына хас һыҙаттарҙы бирә. Музыкаһын, халыҡ көйөнә таянып, композитор В. А. Белоклоков яҙған. Бейеү күп йылдар буйы Мордовияның  «Умарина» бейеү ансамбле реперуарында. Быйыл «Умарина» артистары Алексей Негодин менән Татьяна Сафонова бейеүҙе ғәскәровсылар менән ҡуйҙы.

Педагог-репетитор, РФ-тың атҡаҙанған артисы Рим Әбделмәнов әйтеүенсә, беҙҙең ансамбль репертуарында, мордва бейеүенән тыш, Волга буйында йәшәгән бөтә халыҡтарҙың да бейеүе бар. Мордовияла Левжа ауылы бар, бейеүҙә ошо ауылға хас хореографик элементтар ҡулланыла, ти Рим Әбделмәнов, мәҫәлән, ҡыҙҙарҙың да, егеттәрҙең дә үҙенсәлекле ҡул хәрәкәттәре.

«Быуындар сылбыры» тигән хореографик композицияны Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Йәмилә Бикбаева ҡуйған.  Йәмиләнең ансамбль өсөн был икенсе эше. Беренсеһе – «Урал батыр» эпосы буйынса ҡуйылған  «Һомай» композицияһы ҙур уңыш яулағайны.  Ул бейеүҙе башҡарған артистка Грозный ҡалаһында Мәхмүт Эсамбаев исемендәге халыҡ-ара конкурста Чечняның мәҙәниәт министрының махсус призына лайыҡ булғайны.   

"Минең яңы бейеүемдең төп маҡсаты – быуындар бәйләнешен, ҡарттарҙан урта быуынға, урта быуындан кесе быуынға тапшырыла килгән фәлсәфәне, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы,  мөхәббәтте, иғтибар һәм хөрмәтте күрһәтеү. Бейеү прологындағы өйөрөлөү сикһеҙлекте аңлата, – ти Йәмилә Бикбаева. – Кейемдәрҙе  рәссам Наталья Степанова эшләне. Улар бик ҡатмарлы, һәр ҡыҙҙың өҫтөндә өсәр комплект костюм, күҙ алдына килтерәһегеҙме, улар ни тиклем ауыр? Был костюм-конструкторҙарҙы быуындар алмашыуын һүрәтләгән ҡыҙҙар бейеү ыңғайында уҡ алмаштыра бара". 

Бейеүҙә төп бейеүселәр – Әҙилә Кәлимуллина, Айгөл Вахитова һәм  Эльвира Муллағолова. Музыканы композитор Илшат Яхин яҙған.  Партитураға ҡыл-ҡумыҙ, ҡурай, ҡумыҙ, думбыра ингән.

Башҡорт бейеүе «Йәш йөрәктәр»ҙе БР-ҙың атҡаҙанған артисы Нәзир Баййегетов ҡуйған. Бейеүҙә башҡорт йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, фольклор уйындары элементтары киң ҡулланылған.  Бейеүҙе ҡуйыусы күп әҙәбиәт өйрәнгән, Милли музей хеҙмәткәре Сәлимә Усманова консультант булған. Көйөн Илшат Яхин яҙған.

Халыҡ бейеүҙәре ансамбле директоры Алмас Сәйетов яңы бейеүҙәрҙең Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың финанс булышлығы менән "кейендерелеүе" тураһында әйтте.  Яңы бейеүҙәрҙе ижад итеүгә һәм уларға матур-матур кейемдәр тегеүгә  14 млн самаһы һум тотонолған.   

Фото: Валерий Шахов

Сығанаҡ Башинформ.

АНСАМБЛЬ ЯҢЫ БЕЙЕҮҘӘР ӘҘЕРЛӘГӘН
АНСАМБЛЬ ЯҢЫ БЕЙЕҮҘӘР ӘҘЕРЛӘГӘН
АНСАМБЛЬ ЯҢЫ БЕЙЕҮҘӘР ӘҘЕРЛӘГӘН
АНСАМБЛЬ ЯҢЫ БЕЙЕҮҘӘР ӘҘЕРЛӘГӘН
АНСАМБЛЬ ЯҢЫ БЕЙЕҮҘӘР ӘҘЕРЛӘГӘН
АНСАМБЛЬ ЯҢЫ БЕЙЕҮҘӘР ӘҘЕРЛӘГӘН
АНСАМБЛЬ ЯҢЫ БЕЙЕҮҘӘР ӘҘЕРЛӘГӘН
АНСАМБЛЬ ЯҢЫ БЕЙЕҮҘӘР ӘҘЕРЛӘГӘН
АНСАМБЛЬ ЯҢЫ БЕЙЕҮҘӘР ӘҘЕРЛӘГӘН
Автор:Ләйлә АРАЛБАЕВА.
Читайте нас: