Бәләбәй район хакимиәтендә "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси йүнселлек инициативаһына булышлыҡ" милли проекты сиктәрендә "Бәләбәй сәй комбинаты" ЯСЙ-һының "Бәләбәй" маркалы сәй етештереү проекты ҡаралды.
Компанияға елләтелә торған ҡоро бина кәрәк. Инвестсәғәттә ошо һорау күтәрелде. Район хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев инвесторға проектты ТОСЭР резиденты булараҡ тормошҡа ашырырға тәҡдим итте. Тик тауарығыҙ сифатлы булһын, тине ул.
Бәләбәйҙәр әле «Һинд ҡара сәйе», «Һинд сәйе Ассам», «Бергамот еҫле ҡара байхо сәй», «Ҡара байхо сәй» тигән сәйҙәрҙе сығара ла инде. Эшҡыуар сәйҙәргә Башҡортостанда үҫкән шифалы үләндәр ҡатыштырырға уйлай.
Сығанаҡ: Бәләбәй район хакимиәте.