+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Ноябрь 2021, 15:00

“БЕРЕНСЕ УҠЫТЫУСЫҒА” ҺӘЙКӘЛЕ НИНДӘЙ БУЛАСАҠ?

Өфөнөң Рихард Зорге урамында “Беренсе уҡытыусыға” тигән скверҙы биҙәргә тейешле скульптура проектына конкурс иғлан ителгәйне. Әле тәҡдим ителгән эштәргә йомғаҡ яһалған.

“БЕРЕНСЕ УҠЫТЫУСЫҒА” ҺӘЙКӘЛЕ НИНДӘЙ БУЛАСАҠ?
“БЕРЕНСЕ УҠЫТЫУСЫҒА” ҺӘЙКӘЛЕ НИНДӘЙ БУЛАСАҠ?

Эксперттар биш проектты ҡараған. Скверҙа уҡытыусыға һәйкәл ҡуйыу идеяһының авторы РФ-тың һәм БР-ҙың халыҡ уҡытыусыһы Лиза Ҡыям ҡыҙы Әһәҙуллинаның да фекерен иҫәпкә алғандар.  Тауыш биреү һөҙөмтәһендә Өфө һынсыһы Хәлит Ғәлиуллиндың проекты иң күп мәрәй йыйып еңгән.

Композиция таҡта алдында дәрес һөйләп торған уҡытыусы һәм парта артында уны иғтибар менән тыңлаған уҡыусы  һындарынан тора. 

Зоргелағы «Беренсе уҡытыусыға» скверы һәм һәйкәл “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен барлыҡҡа килтереү” төбәк проекты булышлығы менән һалына.  Ул ҡала кешеләренең яратҡан ял итеү урынына әйләнде лә инде.   

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: