Зөлфиәгә ярышта 6500 метр бейеклеккә үргә ҡарай 65 километр араны йүгереп үтергә тура киләсәк.
Скайраннинг – тау үренә йүгереү. Ярыш Халыҡ-ара скайраннинг федерацияһы ҡағиҙәләре буйынса үтә. Ул ҡағиҙәләргә ярашлы, ярыш кәм тигәндә 2000 метр бейеклегендәге, битләүенең һөҙәклеге уртаса 6 процентлы һәм мотлаҡ рәүештә 30 процентҡа тиклем текәлектәре булған тауҙарҙа үтә.
Зөлфиә Ғайнанова – Башҡортостандың беренсе баш ҡалаһы - Темәс ҡыҙы, скайраннинг буйынса спорт мастеры, трейл буйынса Рәсәй чемпионкаһы.
Рәсәйҙә Көньяҡ Урал тауҙарындағы скайраннинг ярыштары Malidak Ultra тип йөрөтөлә. Киләһе йыл йәй Башҡортостанда үтәсәк был ярыш Рәсәй беренселеге статусын алған.