-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Ноябрь 2021, 15:02

ҠАЗАНҒА ҠУНАҠҠА БАРЫП, ҠАЗАҒА ТАРЫҒАНДАР

Ошо аҙна башында Ҡазан эргәһендәге бер ҡасабала йәштәр Александр тигән дуҫтарының тыуған көнөн үткәрергә йыйыла. 19 кешенең күбеһе Башҡортостандан ҡунаҡҡа килгән студенттар була.

ҠАЗАНҒА ҠУНАҠҠА БАРЫП, ҠАЗАҒА ТАРЫҒАНДАР
ҠАЗАНҒА ҠУНАҠҠА БАРЫП, ҠАЗАҒА ТАРЫҒАНДАР

Ирис тәмендәге биш литрлыҡ һауыттағы эсемлекте мең ярымға һатып алалар. Бер нисә сәғәттән йәштәрҙең 13-ө ауыр хәлдә дауаханаға эләгә, тағы икәү өҫтәлә. Уларҙың  уныһы – Башҡортостан, атап әйткәндә, Стәрлетамаҡ йәштәре.  Александр ҙа Стәрлетамаҡта тыуып үҫкән.

Татарстан Тәфтиш комитеты тикшереү үткәрә. Асыҡланыуынса, биш литрлы пластик һауытҡа тултырылған спиртлы эсемлекте прокатҡа алынған автомобилдең багажнигына һалалар. Әммә унда шундай уҡ һауытта автомобиль өсөн туңдырмау шыйыҡсаһы ла була. Йәштәр яңылыш шуныһын тотоп инә,  тәмле-татлы өҫтәмәләр ҡушып, табынға ҡуялар. Уның составында метанол була. Метанол бик әҙ дозала ла кешен үлтерергә мөмкин.

Дауаханаға эләккән йәштәрҙең бик ауыр хәлдәгеләре лә бар икән. Ә бөгөн БДМУ студенткаһы булған 20 йәшлек Анастасия (һүрәттә) тигән ҡыҙҙың вафат булғаны тураһында хәбәр иткәндәр.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: