+13 °С
Болотло
Шулғандарға Тәтешле район хакимиәте менән «Крупская» предприятиеһы ярҙам итте, “Сатурн” төҙөлөш ойошмаһы подрядсы булды.
Балалар майҙансығы ауылдың уртаһында төҙөлдө. Уны асыу тантанаһына ауылдың бар халҡы, бөтә балалары йыйылды. Сара бик күңелле үтте. Ошо ауылдан Гөлфинә Мәғзүмова әйтеүенсә, ауыл үҫә, матурлана, юл яңыртылған, парк асылған, әле инде бөтә кешене ҡыуандырып, балалар майҙансығы асылды.
Объект “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” төбәк проектын тормошҡа ашырыу барышында үткән “Айыҡ ауыл” республика программаһы сиктәрендә төҙөлдө.
Сығанаҡ: Тәтешле район хакимиәте.