Йыл да үтә торған конкурстың быйылғы йомғаҡлау турына 35 кеше үткән. Сығыш яһаусылар Башҡортостандан, Татарстандан килгән, шулай уҡ Әзербайжандан Нәһидә Ахвердиева менән Татарстандан ”Голос.Дети” шоуы финалсыһы Сәйҙә Мөхәмәтйәнова ла ҡатнашҡан. Сәйҙә Өфө сәхнәһендә “Һаҡмар һыу” тигән йырҙы башҡарған. Ул “Татар халыҡ йыры” номинацияһында беренсе дәрәжә лауреат булған.
Бөтәһе һигеҙ номинация булып, һәр береһендә тәүге өс урынды алыусылар асыҡланған.