+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Ноябрь 2021, 14:00

СТӘРЛЕТАМАҠТА МИЛЛИ ПРОЕКТТАРҘЫҢ ЭШ ЙОМҒАҠТАРЫ ҠАРАЛДЫ

Стәрлетамаҡ 11 милли проектта ҡатнаша. Ҡалала “Демография” милли проекты буйынса өс балалар баҡсаһы төҙөлгән, 7100-ҙән ашыу ғаилә бала тыуыуға бәйле ай һайын түләнә торған пособие алған.

СТӘРЛЕТАМАҠТА МИЛЛИ ПРОЕКТТАРҘЫҢ ЭШ ЙОМҒАҠТАРЫ ҠАРАЛДЫ
СТӘРЛЕТАМАҠТА МИЛЛИ ПРОЕКТТАРҘЫҢ ЭШ ЙОМҒАҠТАРЫ ҠАРАЛДЫ

Былар хаҡында Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов Хөкүмәттең Стәрлетамаҡта үткән күсмә ултырышында һөйләгән.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты медицина учреждениеларына 150 берәмек техника, медперсонал өсөн  автоматлаштырылған  285 эш урыны алып биргән, 1-се ҡала дауаханаһында онкологик ярҙам үҙәге асылған. 74 урынлы инфекция үҙәге төҙөлгән. Хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаров был үҙәктең өҙлөкһөҙ эшләүе өсөн  кадрҙар талап ителеүе тураһында белдергән.

“Мәғариф” милли проекты буйынса “Кванториум” балалар технопаркы, “IT-Куб” цифрлы белем биреү үҙәге, күп профилле һөнәри  колледжда заманса матди-техник базалы дүрт оҫтахана асылған. Башҡа йүнәлештәрҙә лә милли проекттар ҡала тормошон уңайлыраҡ, сифатлыраҡ итеү йүнәлешендә эшләй.

Ултырышта милли проекттар буйынса тағы ниндәй эштәр ҡаралғаны тураһында ла һөйләшелгән һәм пландар аныҡлаштырылған.

 

 

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: