+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Ноябрь 2021, 16:00

БАЙБИСӘ ТЕЛГӘ КИЛДЕ

Рәйлә Хисмәтуллина-Хоҙайбирҙина Силәбе өлкәһе Ҡыҙыл районы Ҡыҙыл ауылында йәшәй, хаҡлы ялда. Шиғри ҡәләме менән билдәле. Рәйлә ханым башҡорт инәйен һынландырған бер ҡурсаҡты күрә лә уға ҡарап илһамлана, шулай итеп, уның шиғырында “ҡурсаҡ инәй” телгә килә.

БАЙБИСӘ ТЕЛГӘ КИЛДЕ
БАЙБИСӘ ТЕЛГӘ КИЛДЕ

“Был матур ҡурсаҡ образына кереп яҙырға тырыштым, – ти автор.
Ҡурсаҡты уҫал итеп күрһәткем килмәне ул, тик шул тиклем дәрәжәле байбисә булып баҫып тороуына ҡараһаң, нәҡ шулай һөйләшер ине тип уйланым. Ҡурсаҡ авторы Әлфиә Әхтәриеваның ижад емеше һоҡланғыс!”

Әлфиә Әхтәриева ҡурсаҡтар оҫтаһы булып танылған. Ул үҙе эшләгән, кейендергән-яһандырған ҡурсаҡтарҙа милли һыҙаттарҙы, башҡорт ҡатындарының, ир-аттың, инәйҙәрҙең асылын, холоҡ-фиғелен теүәл сағылдыра. Әле Әлфиә Мәкәрим ҡыҙы “Тамға” башҡорт милли кейеме халыҡ-ара конкурсында ҡатнаша.

“Тамға” төркөмөнә инеп, үҙегеҙгә оҡшаған ҡатнашыусылар өсөн тауыш биреп сыҡһағыҙ ҙа була.

***

– Иң өлкәне мин башта,
Шуға ла мин байбисә!
Минән һуңғы өс бисәң
Өлтөрәп торһон баштан!
Һыйырҙы һау таң менән
Йылыт һыуҙы ҡомғанға!
Самауырға ҡуҙ төшөр,
Һөтөңдө ҡой ҡаҙанға!
Яғығыҙ эҫе мунса,
Сүгендә, тим, көл тондор!
Йыйын ялҡау бисәләр,
Бабайҙың күҙе тонғор!
Сүгенеңде майла ла
Һыҙырған туҙ-һағыҙға!
Ҡайнатып бөткәс, тием,
Һалҡын һыуың ағыҙ ҙа...
Күҙең төшкән йәш бисәң
Барыбер миңә етмәй.
Ой(о)шоп киткән һалмаһы –
Әллә киптерә белмәй!
Ҡойолдороҡ, тултырманы
Тиш, тигәйнем,тишмәгән.
Һеҙҙең алда бил бөгөргә,
Башыма тай типмәгән.

Рәйлә ХИСМӘТУЛЛИНА-ХОҘАЙБИРҘИНА.

Автор:Ә. АҠБУТИНА.
Читайте нас: