“Рублевка Эко” кооперативы былтыр Дәүләкән районы Рублевка ауылында асылды. “Баба Яга” бренды аҫтында һөт ризыҡтары етештерелә. Шул уҡ ауылдағы кәзә фермаһында заанен һәм альп тоҡомло кәзәләр аҫрала. Һөтөн һатыуға сығаралар, эремсек, төрлө сортлы кәзә сырҙары эшләйҙәр.
“Баба Яга” атамаһы менән етештерелгән продукция төрҙәре 15-кә еткән инде. Предприятие артабан үҫергә, киңәйергә тырыша. Быйыл матди-техник базаны нығытыу өсөн грант конкурсында ҡатнашып, 1,5 миллион һум алдылар, бынан тыш “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси йүнселлек инициативаһына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә былтырлы-быйыллы 1,7 миллион һум субсидия алдылар. Дәүләт ярҙамы кооператив алдында ҙур маҡсаттарға өлгәшеү өсөн мөмкинлектәр асты.
Сығанаҡ: Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы.