+15 °С
Болотло
Беренсе премия лауреаты тип Мюнхендан (Германия) килгән музыкант Элиас Дэвид Монкадо иғлан ителгән. Икенсе премияны жюри Япониянан Чиса Китагаваға, өсөнсөнө Көньяҡ Корея баш ҡалаһы Сеулдан Джевон Виға тапшырырға булған.
Йомғаҡлау туры сығыштары Башҡортостандың Милли симфоник оркестрының һәм Рәсәй Милли филармония оркестры солистарының ҡатнашлығында үткән.
Бөгөн еңеүселәрҙе бүләкләү һәм Гала-концерт була. Конкурстың рәсми сайтында онлайн трансляцияны ҡарарға мөмкин булыр.
Владимир Спиваковтың Халыҡ-ара скрипкасылар конкурсы Өфөлә инде өсөнсө тапҡыр үтә, ул БР Мәҙәниәт министрлығы тарафынан Башҡортостан Башлығы булышлығында ойошторола.