-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Ноябрь 2021, 15:27

АНА ШУНДАЙ СИБАЙҘАР — ЕГӘРЛЕЛӘР, ЯБАЙҘАР!

Үткән аҙна аҙағы Сибай ҡалаһында үтте. Һәм, әйтергә кәрәк, ысынлап та бик тә эшлекле һәм продуктив булды ул көндәр. Тәүге көн Сибай педагогия колледжында студенттар менән осраштыҡ. Ҡәләмдәштәрем, “Шоңҡар” журналы егеттәре – баш мөхәррире, яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов, сатирик Венер Исхаҡов һәм журналист Айнур Аҡыловтар менән берлектә ихлас һәм күркәм кисәнең шаһиты булдыҡ. Колледждың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлнара Мөхәррәм ҡыҙы Шәкирова етәкселегендәге йәштәр беҙҙе әҙәбиәт һәм журналистика өлкәһенә ҡағылышлы һорауҙар менән күмеп ташланы. Буласаҡ педагогтарҙың киң даирәлә үҫешкәнлеге, ҡыҙыҡһыныусанлығы һәм әүҙемлеге ярылып ята. Осрашыу бер тынала үтеп, китаптар таратыу һәм бергәләп фото төшөү менән тамамланды. Сибай педагогия колледжы директоры Илдар Илһам улы Рысбаевҡа ошондай иғтибары һәм бөгөнгө әҙәбиәткә, матбуғатҡа битараф булмауы өсөн ысын күңелдән рәхмәтлебеҙ.

АНА ШУНДАЙ СИБАЙҘАР — ЕГӘРЛЕЛӘР, ЯБАЙҘАР!
АНА ШУНДАЙ СИБАЙҘАР — ЕГӘРЛЕЛӘР, ЯБАЙҘАР!

Кисебеҙ ҙә планлаштырылған ине. Сибай концерт-театр берекмәһе артисткаһы Айгөл Әсәҙуллинаның “Айгөл иле” исемле концертында булып, йырсыны ҡотлап һәм тамашасыға матбуғатҡа яҙылыу барыуы хаҡында иҫкәртеп төштөк. Әлеге мөмкинлек өсөн иһә Сибай концерт-театр берекмәһе директоры вазифаһын башҡарыусы Юнир Мөнир улы Кәлимуллинға рәхмәтлебеҙ.

Иртәгеһе көнөбөҙ 8.30 сәғәттә Сибай институты сәйханаһынан башланды. Был уҡыу йорто борон-борондан тәртип яратыуы һәм ҡунаҡсыллығы менән айырыла. Сәйҙән һуң төркөмөбөҙҙө институт директоры Илдар Сәлихйән улы Хәмитов ҡабул итте. Беҙ үҙ сиратыбыҙҙа йәштәргә тәҡдим итер проекттарыбыҙҙы һәм матбуғат аша уҡыу йорто тормошон, алдынғы студенттар эшмәкәрлеген яҡтыртыуҙы алға ҡуйҙыҡ. Илдар Сәлихйән улы беҙҙең тәҡдимдәрҙе лә, үтенестәрҙе лә күтәреп алды һәм хеҙмәттәшлек итеүгә ҡуш ҡуллап ризалыҡ бирҙе. Бына шундай рухлы, эшлекле, өҙөп кенә хәл итә белә торған башҡорт етәкселәре менән аралашыу киләсәккә өмөт уята, көс бирә ул беҙҙең матбуғатҡа, яҙыусыларға.
Артабан институттың уҡытыусылары һәм хеҙмәткәрҙәре менән осраштыҡ. Төрлө предмет белгестәре һәм һөнәр эйәләрен нимә бәйләне тип уйлайһығыҙ? Әҙәби әҫәрҙәр, әлбиттә! Уларға беҙ ҡәләм тирбәтеүселәр һәм шәхестәр булараҡ ҡыҙыҡ булдыҡ. Бик мауыҡтырғыс барҙы аралашыу. Беҙҙең һөйләшеүҙәргә онлайн бәйләнештәге студенттар ҡушылып китте, фекерләштек тә, бәхәсләштек тә, дәррәү көлөүҙәр менән тәҙрәләрҙе сыңлаттыҡ та. Филология фәндре кандидаты Гөлкәй Хәйҙәр ҡыҙы Сәмирханова ойоштороуындағы был сарала ваҡыттың үткәнене лә һиҙелмәгәйне... Сибай интернат-гимназияһы шылтыратыу яһап ашыҡтырҙы. Ҡаланың даны һәм мәртәбәһе булған институт һәм уның зауыҡлы, һәр береһе бер билдәле шәхес булған хеҙмәткәрҙәре менән хушлашып, уҡыусылар донъяһына ашыҡтыҡ.
Сибай интернат-гимназияһы инде һәр ваҡыттағыса балҡып ҡаршы алды. Ундағы алыштырғыһыҙ уҡытыусы, уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы булған Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы Алдырханова хаҡында һөйләп тороу ҙа урынһыҙҙыр. Был зыялы һәм һәләтле ханым үҙе үк ҡаланың бер биҙәге һәм тарихы булып тора, ә инде ул тәрбиәләгән балалар быуыны – генийҙар.
Интернат-гимназия уҡыусыларын, әлбиттә, Айгиз Баймөхәмәтовтың әҫәрҙәре әсир иткән. Улар яҙыусының үҙенән дә арбалып, уның ҡулынан китаптар алып ҡалыу бәхетенә өлгәште. Ә инде балалар менән бер рәттән мәктәп директоры Роза Хаммат ҡыҙы Бикбованың да залда ултырыуы һәм аҙаҡҡа тиклем ҡалып, беҙҙең менән бергә булыуы айырыуса күңелдәргә хуш килде. Ҡырҡ эшен ҡалдырып, кисектереп тороп, ул яҙыусыларға шундай хөрмәт күрһәтте. Йәш быуындарҙы тәрбиәләүсе учреждение еткәсеһе тап шулай булырға тейеш тә!
Гимназиянан тура үҙәк китапхана бинаһына елдерҙек. Сөнки унда халыҡ көтә ине. Сибай тыуған яҡты өйрәнеү моделле китапханаһында Роза Ҡонаева китап һөйөүселәрҙе йыйып, матур әҙәби-музыкаль кисә ойоштороп ташланы.  Бик йәнле аралашыу булды. Һәр кем үҙенә мөһим булған һорауҙы бирҙе, беҙ мөмкин тиклем уларҙың был ихтыяжын ҡәнәғәтләндерергә тырыштыҡ. “Яҙыусылар менән тере аралашыу, күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшеүҙәр һағындырған”, — тип ҡабатланы һәр сығыш яһаусы. Ысынлап та, заманаларҙың ҡатмарлы булыуы һәр ике яҡты ла ошондай күрешеүҙәрҙән сикләй төштө. Әммә беҙ яйын таптыҡ һәм, бер нәмәгә ҡарап тормай, уҡыусыларыбыҙҙы күреп, ҡулдарын ҡыҫып, китаптар таратып ҡайттыҡ. Бының өсөн Сибай ҡала хакимиәте мәҙәниәт бүлеге начальнигы Ильяс Миндиәхмәт улы Сафинға һәм үҙәкләштерелгән китапханалар селтәре директоры Минзилә Самат ҡыҙы Хәмитоваға бурыслыбыҙ.
Ә инде беҙҙе бөтөн ошо сәйәхәттәрҙә оҙата йөрөгән, ойошторған, йүнәлткән һәм яҡшы кәңәштәре, фатихалары менән күтәрмәләп торған алыштырғыһыҙ дуҫыбыҙ – Сибай институтының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Рәүилә Сәфәрғәле ҡыҙы Хәсәнова тураһында айырыуса йылылыҡ менән телгә алғы килә. Беҙ бит инде, журналист халҡы, мөнәсәбәттең һәм ҡабул итеүҙәрҙең төрлөһөн күргәнбеҙ. Шунлыҡтан, сибайҙарҙың хәстәрлекле һәм хөрмәтле ҡарашын бик юғары баһалап, ошо яҡ халҡына, ошо яҡ менталитетына ғына хас ҡунаҡсыллыҡ һәм мәҙәниәтлектән ҡәнәғәт булып ҡалдыҡ. Шундай бит ул сибайҙар – егәрлеләр, ябайҙар!

 

 

АНА ШУНДАЙ СИБАЙҘАР — ЕГӘРЛЕЛӘР, ЯБАЙҘАР!
АНА ШУНДАЙ СИБАЙҘАР — ЕГӘРЛЕЛӘР, ЯБАЙҘАР!
АНА ШУНДАЙ СИБАЙҘАР — ЕГӘРЛЕЛӘР, ЯБАЙҘАР!
АНА ШУНДАЙ СИБАЙҘАР — ЕГӘРЛЕЛӘР, ЯБАЙҘАР!
АНА ШУНДАЙ СИБАЙҘАР — ЕГӘРЛЕЛӘР, ЯБАЙҘАР!
АНА ШУНДАЙ СИБАЙҘАР — ЕГӘРЛЕЛӘР, ЯБАЙҘАР!
АНА ШУНДАЙ СИБАЙҘАР — ЕГӘРЛЕЛӘР, ЯБАЙҘАР!
АНА ШУНДАЙ СИБАЙҘАР — ЕГӘРЛЕЛӘР, ЯБАЙҘАР!
Автор:Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА.
Читайте нас: