+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Ноябрь 2021, 12:30

ДАУАХАНАЛАРЫБЫҘ БЫЙЫЛ МИЛЛИ ПРОЕКТ БУЙЫНСА 100 МАШИНА АЛҒАН

Быйыл һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернлаштырыу федераль программаһы буйынса Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау учреждениелары өсөн бөтәһе 23 ашығыс ярҙам машинаһы, медперсоналды йөрөтөү өсөн 77 еңел автомобиль алынған.  

ДАУАХАНАЛАРЫБЫҘ БЫЙЫЛ МИЛЛИ ПРОЕКТ БУЙЫНСА 100 МАШИНА АЛҒАН
ДАУАХАНАЛАРЫБЫҘ БЫЙЫЛ МИЛЛИ ПРОЕКТ БУЙЫНСА 100 МАШИНА АЛҒАН

Ошондай автомобилдәрҙең береһе ошо көндәрҙә Аҡъяр үҙәк дауаханаһына алып ҡайтылды.  Ул пациенттарҙы медицина ойошмаларына, медицина хеҙмәткәрҙәрен пациенттарҙың өйҙәренә алып йөрөтөү, дарыуҙар ташыу, шулай уҡ биологик материалдарҙы лабораторияларға илтеү өсөн ҡулланыласаҡ.

Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернлаштырыу федераль программаһы «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә эш итә.

Сығанаҡ: Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: