Йәштәр аҙна буйы төрлө һынауҙар аша үткән: үҙҙәре менән таныштырған, видеовизитка күрһәткән, эссе яҙған, ГТО тапшырған, йырлаған-бейегән, хатта социаль әһәмиәтле акцияларҙа ҡатнашҡандар.
Конкурс йомғаҡтары буйынса Максим Урюпов «Вице-Мистер Студенчество России – 2021» булған, ә Ләйлә Шәкурова «Мисс Грация» номинацияһында еңгән.
Рәсәйҙең һәләтле студенттарын наградлау тантанаһында Башҡортостандан «Вице-Мисс Студенчество России-2019» титулы хужаһы, «BashBeauty» студияһы директоры Земфира Байдәүләтова ла ҡатнашҡан.
Һүрәттәрҙә: Ләйлә менән Максим; Земфира Байдәүләтова; өсөһө; Максим.