+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Ноябрь 2021, 15:00

ИҢ ШӘП ШӘЛДЕ ҺАЙЛАУ ЕҢЕЛ БУЛМАҪ, МОҒАЙЫН

Өфөлә ХIV Башҡорт шәле өҫталары республика фестивале үтә.  Эштәрҙе “Урал” галереяһында жюри бөгөн ҡарай, улар буйынса фекер алыша.

ИҢ ШӘП ШӘЛДЕ ҺАЙЛАУ ЕҢЕЛ БУЛМАҪ, МОҒАЙЫН
ИҢ ШӘП ШӘЛДЕ ҺАЙЛАУ ЕҢЕЛ БУЛМАҪ, МОҒАЙЫН

Фестиваль-конкурс “Башҡорт  дебет шәле”, “Селтәрле шәл”, “Туҡылған башҡорт шәле” номинацияларында бара, тип хәбәр итә Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы матбуғат хеҙмәте. Унда Ейәнсура, Стәрлебаш, Көйөргәҙе, Хәйбулла, Мәләүез, Миәкә, Бишбүләк райондарынан шәл оҫталары ҡатнаша.

2 – 4 декабрҙә ВДНХ-ЭКСПО-ла «Өфө. Арт. Кәсептәр. Сувенирҙар» күргәҙмәһендә башҡорт шәлдәре һатыласаҡ, шул иҫәптән конкурста ҡатнашыусыларҙың да эштәре һатыуҙа буласаҡ.  4 декабрҙә йомғаҡтар яһалып, еңеүселәр бүләкләнәсәк.   

Жюри рәйесе – БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директор урынбаҫары Нәфисә Тулыбаева, жюри ағзалары – филология фәндәре докторы,  БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Тел, тарих һәм әҙәбиәт институтының фольклористика бүлеге мөдире Гөлнур Хөсәйенова; БР Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы бүлегенең баш белгесе-эксперт Эльза Чабрат; «Башҡорт дебет шәле» ЯСЙ-һы директоры Алһыу Әбсәләмова;  «Урал» халыҡ сәнғәте галереяһының бүлек мөдире, жюри секретары Кәримә Кайдалова.

Сығанаҡ: БР Мәҙәниәт министрлығы.

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: