+8 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Декабрь 2021, 19:00

ЙӘЙ ҘӘ, ҠЫШ ТА КҮРКӘМ ЕР

Фотла ҡар өҫтөндәге төҙөк түңәрәктәргә ҡарап, шаян Йыһан килмешәктәре төшөргән һүрәттер тип уйланығыҙмы? Мин үҙем ҡапылда шулай тип уйланым. Кеше ҡулы менән эшләнгән был урындың үҙ матурлығы бар. Ә ул...

ЙӘЙ ҘӘ, ҠЫШ ТА КҮРКӘМ ЕР
ЙӘЙ ҘӘ, ҠЫШ ТА КҮРКӘМ ЕР

...Шишмә ҡасабаһында төҙөлөп ятҡан парк ул. Еңеү паркын төҙөкләндереүҙе шишмәләр тауыш биреү юлы менән һайлаған. Ул “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһынан бүленгән 20 миллион һумға төҙөкләндерелә.

Паркҡа ер аҫты инженер селтәрҙәре үткәрелгән,   балалар уйын майҙансыҡтары эшләнгән, сәхнә, яҡтыртҡыстар, әбрәкәй ҡуйылған,  асфальт түшәлгән. Киләһе йыл балалар өсөн автоҡаласыҡ, скейтпарк, ГТО снарядтары өҫтәләсәк.

26 мең кешеле ҡасабаның төп Яңы йыл шыршыһы ла ошо майҙанға ултыртыла, йәғни Шишмәнең иң күңелле урыны был матур парк.

 

ЙӘЙ ҘӘ, ҠЫШ ТА КҮРКӘМ ЕР
ЙӘЙ ҘӘ, ҠЫШ ТА КҮРКӘМ ЕР
Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: