Улар: Орск – Сибай – Магнитогорск – Южноуральск трассаһының Башҡортостан аша үткән 133 километрлы киҫәге (Аҡъяр – Сибай, Аҡъяр – Новочеркасск юлдары һәм Магнитогорск – Ираның бер өлөшө); Өфө – Пермь трассаһының Башҡортостандағы 216 километрлыҡ өлөшө.
БР транспорт һәм юл хужалығы министры урынбаҫары Виктор Жульков белдереүенсә, милексенең алмашыныуы был юлдарҙы тотоуға һәм йүнәтеүгә китеп торған сығымдарҙан ҡотолорға мөмкинлек бирә, ә янда ҡалдырылған аҡса республиканың эске юлдарын ҡарауға китәсәк.
Әлеге көндә Башҡортостан биләмәләрендәге федераль юлдар оҙонлоғо – 800 км, ә төбәк юлдары оҙонлоғо – 13,5 мең км.
Сығанаҡ: Башинформ.