+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Декабрь 2021, 16:48

Ишетмәһәң – ишет! БАҺАУЕТДИНОВҠА НИМӘ БУЛҒАН?

Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле бейеүсеһе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Айбулат Баһауетдинов үҙенең тамырҙарын онотмай. Ул сәхнәгә тәүге аҙымдарын Стәрлебаш районының Табылды ауыл клубында яһай. Аҙаҡ әсәһе менән атаһы Мәләүез ҡалаһына күсенгәс, урындағы мәҙәниәт һарайында ҙур сәхнәгә аяҡ баҫа һәм ошо көнгә тиклем төшкәне юҡ. Ул сәхнәлә бейеп кенә ҡалмай, тамашасылар таң ҡалырлыҡ, коллегалары һоҡланырлыҡ хәрәкәттәр яһай белә

Ишетмәһәң – ишет! БАҺАУЕТДИНОВҠА НИМӘ БУЛҒАН?
Ишетмәһәң – ишет! БАҺАУЕТДИНОВҠА НИМӘ БУЛҒАН?
 Һуңғы арала уның сәхнәлә күренмәүенә иғтибар итмәгеҙ, бейеүселәрҙе бер яҙмыш бәйләй. Улар хаҡлы ялға ла бик иртә сыға. Ә Айбулат Баһауетдиновҡа нимә булған һуң?
– Ҡурҡырлыҡ бер ни ҙә юҡ, – тине мәшһүр бейеүсе. – Тубыҡ ауыртып алды. Хәҙер бейейем инде.
Р.ҒӘЛИМОВ
Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: