-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Декабрь 2021, 12:16

ФӘЙЛӘСҮФ, ЛИРИК, ИЛҺӨЙӘР

Башҡортостандың халыҡ шағиры Тамара Ғәниеваны яңы наградаһы менән ҡотлайбыҙ! Уны Рәсәй Ҡатын-ҡыҙҙар берлеге иҫтәлекле миҙал менән бүләкләгән.

ФӘЙЛӘСҮФ, ЛИРИК, ИЛҺӨЙӘР
ФӘЙЛӘСҮФ, ЛИРИК, ИЛҺӨЙӘР

Миҙалды Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар берлеге рәйесе Рәшиҙә Солтанова тапшырҙы. “Башинформ” хәбәрсеһенә ул былай тине:

«Миҙал ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашҡан өсөн бирелә. Тамара күптән беҙҙең Берлек ағзаһы булып тора һәм быйыл юбилейын билдәләне.  Ул ғәжәйеп ҡатын һәм һоҡланғыс шағирә.  Ул фәйләсүф тә,  лирик та,  илһөйәр ҙә. Уның шиғриәтен бер кемдеке менән дә бутап булмай. Ҡатын-ҡыҙҙар ижадында нигеҙҙә лирика өҫтөнлөк итә, ә Тамарала – фәлсәфә һәм илһөйәрлек. Ул ғүмер буйы ғәҙелһеҙлек, әхлаҡһыҙлыҡ, намыҫһыҙлыҡ менән көрәшә.  Ул миңә рухи йәһәттән бик яҡын, мин уны ныҡ хөрмәт итәм. Ул бөтә ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ өсөн дә өлгө».

Рәсәй Ҡатын-ҡыҙҙар берлегенән бүләккә Павлов Посады яулығын да ебәргәндәр.

Тамара Ғәниева ижадына иғтибар иткәндәре өсөн ҙур рәхмәт белдерә. «Әҫәрҙәремдең күбеһендә төр геройҙар – ҡатын-ҡыҙҙар, – ти Тамара Әхмәтшәриф ҡыҙы. – 12 поэмам бар, һәр береһе ҡатын-ҡыҙ яҙмышына арналған».


Сығанаҡ: Башинформ.

 

Автор:Л. АРАЛБАЕВА.
Читайте нас: