+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Декабрь 2021, 18:00

БАШМАҠ БӘЛӘҺЕ "Б" хәрефенә көлкөнамә

Борон-борон булмаған был, былтырмы, быйылмы, биш былтырмы – билдәһеҙ. Берҙе Бәләкәй Биҫтә бисәләре: Бибисара, Бәҙерниса, Бибиәсмә быуа буйлап барғандар. Бәй, берәү баҡырғандай булғас, баҡһалар, бер башмаҡ бауырынан быуаға батҡан, батҡаҡҡа буялған, бахырҡай. Бисәләр бер-береһенә баҡҡан. Биҫтәгә боролоп барып, был бәләне "Билайн" бәйләнеше буйынса башлыҡҡа белдергәндәр. Башлыҡтан бойороҡ булған: "Беләм! Бысаҡлап булалыр бит, бысаҡлағыҙ!"

БАШМАҠ БӘЛӘҺЕ  "Б" хәрефенә көлкөнамә
БАШМАҠ БӘЛӘҺЕ "Б" хәрефенә көлкөнамә

Бисәләр был бойороҡҡа буйһонмайҙар. Беренсе булып Бибисара баҡыра: "Бөткән баш бөткән! Башлыҡтың был бойороғона буйhонмайбыҙ! Бергәләшеп бәләне бөтөрөргә була бит? "Бибисараны Бәҙерниса бүлдерә : "Бысаҡламайбыҙ – баста! Бергәләшhәк, булдырырбыҙ! Беҙ бит банда!" Бығаса бошонҡо Бибиәсмә, борсоулы Бибисара бергә баҡыра: "Беҙ бит банда!"

Был бәләне Байтуғанға, Бәҙригә белдерәләр. Бишәүләшеп бахыр башмаҡты бауға бәйләп, быуанан былай быраҡтырырға булалар. Бына бәхетhеҙлек! Булмаһа, булмай бит баҙарҙарҙа бешкән бәрәңге! Байтуғандың биле биртенгән, Бәҙриҙең бер бармағы бөгөлмәй.

"Банда" барыбер бирешмәй. Бәҙерниса быларға бойора: "Был бездельниктарға баҡҡан беҙ бисуралар! Бисәләр! Башланыҡ! Беҙ бит банда!"

Бисмиллалап, "банда" башмаҡты бәйләй, билдән батҡаҡҡа бата-бата, бергәләшеп бахыр башмаҡты былай быраҡтыра. "Бездельниктар" был башмаҡтың Бибинурҙыҡы булыуын белгәндәр. Башмаҡты Байым буйындағы бер бағанаға бәйләп, былар Бибинурға баралар, башмағының батҡанын, бишәүләшеп был бәләне бөтөрөүҙәрен белдерәләр. Бибинур быларға байрам булдырған. Байрамда бер биҙрә бал, Биләрәттәге белеше биргән бер бутылка бренди, билмән, балан бәлеше – бөтәһе бихисап булған. Бал баштарына бәргәс, былар буҙлай башлай: "Бер башмаҡты бишкә бүләйек, Бибинурға башын бирәйек..." Бибинур борсолоп быларҙы бүлдергән: "Бөтәhе бейей!"

Бына Бибинурҙың бармаҡтары батмуста "Байык"ты башлаған. Бәрәкәт, биле биртенгән Байтуған бейеүҙе бешә башламаhынмы! Бибинур, былайалайым булып, буран борхотоп бейеүсе Байтуганға бүләк бирергә була:"Бейе, бейе, Байтуған, бейеүеңә бер башмаҡ!" Бөтәhе бер Бибинурға, бер Байтуғанға, бер-береhенә баға. Бәҙерниса бытылдап-бытылдай: "Бәлки, бер бәрәстер? Башмаҡ бигерәк бай бүләк була бит!.." Бибинур быларға баяғыса белдерә: "Бөтәhе бейей!" Байтуған – Бәҙернисаhына, Бәҙерниса – Бибисараға, Бибисара –  бармағы бөгөлмәгән Бәҙриенә, Бәҙри Бибиәсмәгә баҫа. Бейей белгәне, белмәгәне  – барыhы бергә бейеп бер була. "Байыҡ", "Барыня", "Бурзяночка"  –  был бейеүҙәр бөткәс, "Бөркөтоя"ны башҡармаҡсы булалар. Быны белгәс, Бибинур бик бошонған, борсолған. "Бөркөтоя"ны бейемәксе булаhығыҙмы, бәhрәhеҙҙәр? Был беҙҙең баҡыйлыҡтағы батыр бабайҙарыбыҙға бағышланған бейеү. Белеүемсә, бабайҙарыбыҙ Бөйөк Бәрелештә бил бирмәҫ батырҙар булғандар, Берлин бирелгәс, батырҙар бейек башня башына байраҡ беркеткәндәр. Был Бранденбург бағаналарындағы белдереүҙән билдәле: "Бәрелеш бөттө! Берлин бирелде! Бында Башҡортостандан Байдәүләтов С.С. , Байгилдин, М.Б. Баев Ғ.М. булды. ”Бөркөтоя“ –  батырҙар, баhадирҙар бейеүе! Был бейеүҙе бөтә Башҡортостанға билдәле, "Байыҡ" бейеү бәйгеләрендә баhалар биреүсе, башҡорт бейеүенә битараф булмаған беҙҙең бик бәҫле бер бейеүсебеҙ бабайҙарына бағышлаған. Баянсы бабайҙың был балаhына, бихисап бәҫле бейеүҙәрен баhалап, Башҡортостанда беренселәрҙән Бабич бүләге бирҙеләр. Был бейеүгә болашмағыҙ, бәҫен бөтөрөп, бейеп булашмағыҙ! Бүтән бейеү бөткәнме? Бәс,  "Барыня"ға  бейегеҙ!"

Барыhы был бойороҡҡа буйhоноп, "Барыня"ға баҫа башлай.

Бейеүҙәр бөткәс, Бибинур Байтуғанға бүләккә Биләрәттәге "Башмачок"тың билдәhе баҫылған башмаҡ бирә: "Бына, Байтуған, Бибинурҙан бейеүеңә бәрәбәр бүләк! Быны ..." Бибинурҙы Бәҙерниса бүлдерә: "Бәй-бәй, бындай башмаҡмы? Белмәйем, был беҙҙекенә бәләкәй булмаҫмы? Беҙҙең Байтуған бәһлеүән бит! Берәй бәрәс бирhәңсе?"

Бибинурҙың бер баҡырыуы Бәҙернисаны башына бомба бәргәндәй боҫтора: "Бүлдермә! Башлағанымды бөтөрәйем. Был башмаҡты "Башмачок"тан бонус булараҡ биргәйнеләр. Бәй, берҙе "Башмачок"ҡа барhам, быймалар, берцылар бар. Балама бүләккә берцы бирергә булдым. Бер бөртөк балам БрОН-да БМП-1 башлығы булды бит. Басаев бандаhын, боевиктарҙы бөтөрөүҙәге, болаларҙы баҫтырыуҙағы батырлыҡтарын бик баhаланылар баламдың. "Боевой бәрелештәрҙә булыусы" билдәhе бирҙеләр". Бибинур баянан бирле башмаҡтарға бағып, бер буҙарған, бер бәшәргән Бәҙернисаны бырылдатты: "Был башмаҡ Байтуғаныңа батмаhа – балаңа, балаңа бәләкәй булhа, балаңдың балаhына булыр! Буштан-буш бит был! Биргәндең битенә баҡмайҙар! Бер бәрәс байыҡтырмаҫ барыбер!"

Бына Бибинур, батмуста бармаҡтарын бейетеп, бойороҡ бирә: " Бөгөн байрам! Барыhы бейей!"

Биттәре бурҙаттай булған Бәҙерниса, бүләк башмаҡтарҙы барабандай бер-береhенә бәргеләп, бейей башлай. Байтаҡ бейейҙәр былар, бейей-бейей бышлығып бөтәләр.

Башмаҡ бәләhе бейеү байрамы булып бөткән. Был байрамда булманым, белмәйем, бәлки, бөтмәгәндер... Бына Бибинурҙы беләм: бик башлы, булдыҡлы, боевой бисә. Байрамдарҙа бергә булғаныбыҙ, "Барыня"ға бейегәнебеҙ бар.

Һүрәттә: Ван Гогтың "Бер пар күн башмаҡ" картинаһынан фоторепродукция.

 

Автор:Гөлнур ЗАҺИРОВА.
Читайте нас: