– Сирҙең иң ауыры эләкте, әле ҡотолоп киләм шикелле, – тип һүҙен башланы Таңсулпан апай. – Күрәһең, мин кисерер һынауҙар әле бөтмәгәндер. Әле әҙәбиәткә яңы килгәндә, республика дауаханаһында хәл өҫтөндә ятҡайным. Табиптар миңә ике-өс йыл ғүмер бирҙе. Әрәм булмаһын тип китабымды туплап ҡалдырҙым. Ныҡлығым ярҙам иткәндер инде. Шунан һуң байтаҡ китап ижад иттем. Мине уҡыусыларымдың һөйөүе ҡотҡарғандыр, тип уйлайым. Рәхмәт һеҙгә!