Телебеҙ байрамы менән бергә мәшһүр Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыуҙы ла билдәләйәсәкбеҙ. Был дата ла 14 декабргә тура килә.
“Ете аҙым” Башҡорт теле аҙналығының һәр көнө берәй темаға арналасаҡ. “Без башкортлар” рок башҡарыусылары ҡатнашлығында кисә, “Мифтахетдин Аҡмулланың яҡты юлы” әҙәби кисәһе, “Йомробаш” интеллектуаль уйыны, республика инновацион милли мәктәптәре директорҙары форумы, “Тел арҡаһында...” старт-сессияһы, Ғафури районында Йәлил Кейекбаев бюсын асыу, БР Башлығы Грантына башҡортса “Кубоктар лигаһы” КВН-ының финалы, “Әсәм теле – сәсән теле” шиғыр конкурсы, Аҡмуллаға бағышланған байрам концерты кеүек саралар планлаштырылған. Ә Миәкә районында М. Аҡмулла премияларын тапшырасаҡтар.
14-ендә мәғрифәтсе һәйкәленә сәскәләр һалына, Аҡмулла стипендияһын алыусыларға дипломдар тапшырыла, “Тамға” милли кейем конкурсы, “Ритайым” бейеү кисәһе һәм башҡа саралар була.