-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Декабрь 2021, 11:19

Ишетмәһәң – ишет! “УРАЛ, ӘЙҘӘ, ЙӘШӘЙЕК ӘЛЕ, ТИНЕ МИҢӘ НОҒМАН МУСИН”

Ишембай ерендә юбилейын үткәргәндән һуң Ноғман Мусин республика дауаханаһында билдәле дәүләт эшмәкәре Урал Бакиров менән осрашҡан.– Бик ҡыуанып ҡайтҡайны Ноғман ағай, – тип һөйләй Урал Насир улы. Яҡташтары хөрмәтләгән, ҙурлаған. Ә хушлашыр алдынан Урал, әйҙә, артабан да йәшәйек әле, тип өндәште. Кем уйлаған. Һуңғы осрашыуыбыҙ ошо булған икән.

Ишетмәһәң – ишет!  “УРАЛ, ӘЙҘӘ, ЙӘШӘЙЕК ӘЛЕ, ТИНЕ МИҢӘ НОҒМАН МУСИН”
Ишетмәһәң – ишет! “УРАЛ, ӘЙҘӘ, ЙӘШӘЙЕК ӘЛЕ, ТИНЕ МИҢӘ НОҒМАН МУСИН”
Беҙ Ноғман Мусинды 90 йәше менән Менделеев урамындағы фатирына барып ҡотланыҡ. Баҡсаға китергә йыйынып йөрөй ине. Төшөүебеҙгә сүп-сар контейнерҙары эргәһендә ике асарбаҡ кемдер сығарып ташлаған китаптарҙы макулатура итеп тапшырырға йыя ине.
– Эх, беҙҙең китаптар ҙа сүп-сар һауытына эләгерме икән, –тип уфтанды әҙәбиәтебеҙҙең аҡһаҡалы.
Бер нисә аҙнанан әҙиптең үҙе менән бәхилләшергә тура килер тип кем уйлаған. Декабрҙең тәүге ун көнөнөң аҙағында әҙиптең ҡырҡ көнө билдәләнәсәк. Шунда уның әҙәби мираҫын барлау, һаҡлау, килер быуындарға ҡалдырыу хаҡында ентекле һөйләшеү булһа ярар ине. Юғиһә, Ноғман Мусиндың әҙәби мираҫын һаҡларлыҡ вариҫтары бик аҙ. Үкенескә ҡаршы, һуңғы йылдарҙа әҙиптең ҡатыны, өлкән ҡыҙы, ә атаһы алдынан ғына кесе ҡыҙы баҡыйлыҡҡа күсте. Ишембай ҡалаһында Ноғман Сөләймән улының тәүге ҡатынынан тыуған ҡыҙы һәм уның балалары иҫән-һауҙар. Ләкин әҙип иҫән саҡта төрлө сәбәптәр арҡаһында ике ғаилә араһында бәйләнеш булманы тип әйтерлек. Һуңғы юбилейҙа ҡатнашыусылар Ноғман ағайҙың ҡыҙының һәм ейәндәренең атаһы һәм олаталары менән яҡынайыуын күреп, бик ҡыуанғайны. Бәлки, әҙиптең әҙәби мираҫын һаҡлауҙа һәм өйрәнеүҙә улар ярҙам итер. Һүҙ әлегә Ноғман Мусиндан ҡалған мөлкәт хаҡында бармай. Һәр хәлдә әҙиптең яҡындары уларҙан ҡалған күсемле һәм күсемһеҙ милектең ейәндәренә ғәҙел рәүештә бүленеренә өмөт итә.
 
 
 
 
Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: