-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Декабрь 2021, 09:00

МИНИМАЛЬ ЭШ ХАҠЫ АРТА

1 ғинуарҙан башлап минималь эш хаҡы 13 890 һум буласаҡ. Рәсәй Президенты Владимир Путин ошо хаҡта законға ҡул ҡуйған.

МИНИМАЛЬ ЭШ ХАҠЫ АРТА
МИНИМАЛЬ ЭШ ХАҠЫ АРТА

Путин билдәләүенсә, минималь эш хаҡын арттырыу күп социаль пособиеларға, шул иҫәптән балалы ғаиләләргә түләүҙәргә һәм пенсия өҫтәмәләренә, йоғонто яһаясаҡ, иҡтисад тармаҡтарындағы эш хаҡына ориентир буласаҡ.

Яңы раҫланған минималь эш хаҡы әлегенән 1000 һум самаһына күберәк. Республика Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында аңлатыуҙарынса, Башҡортостанда Урал  коэффициенты менән бергә (ләкин Межгорьенан тыш – унда хисаптың үҙ нюанстары бар), минималь эш хаҡы 15 973,5 һум буласаҡ.  

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: