+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Декабрь 2021, 12:26

ОҪТАЛАР ЙЫЙЫЛҒАН ЕРҘӘ...

Башҡортостан баш ҡалаһында үткән «Өфө. Арт. Һөнәрҙәр. Сувенирҙар» VII фестиваль-күргәҙмәһендә Башҡортостандың төрлө ҡала-райондарынан  һәм сит өлкәләрҙән килгән оҫталар ҡатнашты.

ОҪТАЛАР ЙЫЙЫЛҒАН ЕРҘӘ...
ОҪТАЛАР ЙЫЙЫЛҒАН ЕРҘӘ...

Нефтекаманан «Тере традиция» ижад берекмәһе ағзалары, Балалар художество мәктәбе уҡытыусылары – А. Усманов, З. Ғиләжева, Л. Тукмачева, Р. Хаматханов, ҡурсаҡтар яһаусы З. Токарева, төньяҡ-көнбайыш райондарҙа йәшәүселәрҙең милли кейемдәрен йыйыусы Рәмзилә Аҡмалова  килде. 

Улар күргәҙмәгә ағастан, туҡыманан, йөндән эшләнгән әйберҙәр ҡуйҙы. Күргәҙмәнең конкурстарында призлы урындар яулаусылар ҙа булды. Кейеҙ әйберҙәр номинацияһында Земфира Ғиләжева – өсөнсө, ағас эштәре номинацияһында Айҙар Усманов икенсе дәрәжә диплом менән билдәләнде.

Сығанаҡ: Нефтекама ҡала хакимиәте.

ОҪТАЛАР ЙЫЙЫЛҒАН ЕРҘӘ...
ОҪТАЛАР ЙЫЙЫЛҒАН ЕРҘӘ...
Автор:А. МАДЕШИНА.
Читайте нас: