Артабан беҙҙе ҡаланың Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге 1-се китапханаһында көтәләр ине. Китапханасы Рәзилә Фәтих ҡыҙы Ҡотлогилдина әҙерләгән әҙәби-мәҙәни осрашыу байтаҡ ҡына зыялыларҙы йыйған. Бында инде сараға билдәле шағир Тимер Ниәтшин ағайҙың да килеүе үҙе бер мәртәбә булды.
Үтә лә йылы мөнәсәбәттәрҙә уҙҙы осрашыу.
Китап уҡыусылар, матбуғатҡа яҙылыусылар һәм ошондай күрешеүҙәргә һыуһаған халыҡ йыйылғайны. Төрлө темаларға һөйләштек. Шиғырҙар уҡыныҡ, тыңланыҡ. Әҫәрҙәргә бәйле фекерҙәр алыштыҡ. Кәңәштәр тыңланыҡ, тәҡдимдәр ҡабул иттек, хатта тәнҡит тә ишеттек. Тағы ла бер нәмәне асыҡланыҡ: халыҡ юмористик ижадты ярата һәм үҙе лә ижад итә икән. Әллә күпме шаян шиғырҙар һәм мәҡәләләр йыйып алдыҡ. Аралашыу барышында моңлолар йырҙар һуҙып, күңелде күтәреп тә ебәрҙе. Бына шундай эшлекле һәм ҡыҙыҡлы итеп алып барылды әлеге ултырыш. Шул уҡ ваҡытта китапхананың мөдире Нәзимә Сынтимер ҡыҙы Исхаҡова, урынға уҡ почта хеҙмәткәрен саҡырып, “Һәнәк” журналына яҙҙырыу ойошторғайны. Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә бит ине. Был тәңгәлдә лә өмөттәребеҙ аҡланды.
Мәләүездәргә һәм Мәләүез ҡалаһы етәкселегенә, китапхана хеҙмәткәрҙәренә, уҡыусыларыбыҙға һәм беҙҙе был ҡалала оҙата йөрөгән дуҫыбыҙ, “Көнгәк” гәзите хеҙмәткәре Лена Абдрахмановаға оло рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Бергә булайыҡ, дуҫтар!