+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Декабрь 2021, 17:29

Ишетмәһәң – ишет Талха Ғиниәтуллин хәҙер – сәхнәлә

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры Талха Ғиниәтуллиндың “Тау артында ниҙәр бар?” әҫәре буйынса Наил Ғәйетбайҙың инсценировкаһын сәхнәләштерҙе. Бөтә Рәсәйҙә танылған яҙыусы яҡташыбыҙҙың был повесын нәфис әҫәр ҙә, мемуар ҙа, сюжетҡа буйһонмаған иҫтәлектәр ҙә тип нарыҡларға мөмкин.

Ишетмәһәң – ишет   Талха Ғиниәтуллин хәҙер – сәхнәлә
Ишетмәһәң – ишет Талха Ғиниәтуллин хәҙер – сәхнәлә
Талха Ғиниәтуллин, үҙе иҫән саҡта йыш хәтерләүенсә, ҡулъяҙмаһын “Ағиҙел” журналы редакцияһына танышыр өсөн генә ебәргән булған. Мөхәррирҙәр уны шул тиклем ныҡ оҡшатҡан, хатта тиҙләтеп киләһе һанға индерә һалған.
“Тау артында ниҙәр бар?” әҫәрендәге ҡайһы бер күренештәрҙе туранан-тура үҙенә ҡағылышлы тип ҡабул итеүселәр ҙә булған. Ә шулай ҙа, дөйөм алғанда, халыҡ авторҙың иҫтәлектәргә нигеҙләнгән ижад емешенән бик ҡәнәғәт ҡалды.
Әйткәндәй, Талха Ғиниәтуллиндың әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған “Ер менән күк араһында” (Рәлиф Кинйәбаев фаразы) спектакле быйыл Татарстандың халыҡ театрҙары араһындағы конкурста гран-приға лайыҡ булды.
 
Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: