+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Декабрь 2021, 16:15

Әллә ҡайҙа йөрөйһө юҡ

Ошо көндәрҙә Хәйбулла районында “Мәҙәниәт” дөйөм дәүләт проекты нигеҙендә заманса кино залы асылды.

Әллә ҡайҙа йөрөйһө юҡ
Әллә ҡайҙа йөрөйһө юҡ

Ул Исмәғил Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжының тамаша залында урынлашҡан. Әлегә тиклем район халҡына яңы фильмдарҙың премьераһын ҡарарға Сибай, Гай, Орсҡ ҡалаларына 100 саҡрым юл үтеп йөрөргә тура килә.

Кино залы заманса 2D һәм 3D эффектлы экран, лазерлы проектлау ҡоролмаһы, тауыш системаһы, шулай уҡ уңайлы ултырғыстар менән йыһазландырылған.

Хәҙер инде тамашасылар илебеҙ һәм сит ил кинематографының  фильмдарын яҡшы сифатта ғына ҡарап ҡалмясаҡ, ә ғаиләһе менән ял көндәрен ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс итеп ойоштора ала.

Фото: bashinform.ruhttps://ufa.mk.ru/

Әллә ҡайҙа йөрөйһө юҡ
Әллә ҡайҙа йөрөйһө юҡ
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: