Комсомол сафтарында сынығыу алған, республика әһәмиәтендәге гәзит һәм журнал редакцияларында баш мөхәррир булып эшләгән, ике тапҡыр мәҙәниәт министры вазифаһын биләгән замандашыбыҙҙың яҙмалары нәфис әҫәр һымаҡ мауығып уҡыла.
Үткән быуат әле алыҫта ҡалманы, ул эргәлә генә. Һәм ул дәүер менән танышыу, уны төрлө яҡлап баһалау бөгөн бик кәрәк.