-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Февраль 2022, 17:25

Ҡайғылы хәбәр

Билдәле композитор һәм аранжировкалаусы, виртуоз баянсы, тынғыһыҙ ижадсы, М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының музыка бүлеге мөдире, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илшат Яхин 48 йәшендә генә мәрхүм булды. Яҡындарының, ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Хоҙай һеҙгә сабырлыҡтар бирһен...

Ҡайғылы  хәбәр
Ҡайғылы хәбәр

Илшат Ғәббәс улы 1973 йылдың 18 майында Учалы районының Ҡотой ауылында тыуған.

1988 йылда Өфө музыка тәрбиәләнеүселәре мәктәп-интернатына (хәҙерге Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге Башҡорт республика гимназия-интернатына) уҡырға инә. Өфө сәнғәт училищеһының музыка факультетын баян класы буйынса тамамлаған. 1992 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтына баян класы буйынса уҡырға инә.

Студент сағынан Сибай дәүләт филармонияһында халыҡ инструменттары оркестры етәксеһе булып эш башлай. Был коллектив составында Франция, Греция, Белгород, Ташкент, Сәмәрҡәнд ҡалалрында халыҡ-ара фестивалдәрҙә ҡатнаша. 2001 йылдан “Карауанһарай” төркөмөнөң аккомпаниатр-концертмейстеры була, аҙаҡ Башҡорт дәүләт филармонияһының музыка өлөшө мөдире итеп тәғәйенләнә. Шулай уҡ М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләй, спектаклдәрҙе музыкаль яҡтан биҙәй. 

Илшат Яхин республика кимәлендәге сараларҙың композиторы һәм аранжировкалаусыһы, музыка биҙәлеше авторы: “Башҡорт йыры”, балалар араһында “Байыҡ” бәйгеһе һәм башҡалар. Шулай уҡ “Ете ҡыҙ” йырлаусы фонтанының музыкаль материалын ул әҙерләгән.

Фото: "Башинформ". 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: