+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Апрель 2022, 12:00

Халыҡ шағиры исемендәге парк

Шәмбе көнө баш ҡаланың  Көньяҡ биҫтәһендә Башҡортостандың халыҡ шағиры, Өфө ҡалаһының почетлы гражданины Рауил Бикбаев исемендәге паркты асыу тантанаһы үтте

Халыҡ шағиры исемендәге парк
Халыҡ шағиры исемендәге парк

Байрамда республика етәксеһе Радий Хәбиров та ҡатнашты. «Паркка дәүләт эшмәкәре, халыҡ шағиры Рауил Бикбаев исеме бирелеүе бик ҡыуаныслы. Беҙ уның менән күп йылдар таныш һәм дуҫтарса мөнәсәбәттә булдыҡ. Ул республикабыҙҙың ысын патриоты ине», – тине Радий Фәрит улы.  

Паркты асыу тантанаһында шулай уҡ  Рауил Бикбаевтың тормош иптәше Фәриҙә Яҡуп ҡыҙы, Башҡортостан яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев сығыш яһаны. Тантананы Киров районының балалар ижади коллективтары концерты дауам итте.  Сараға “Салауат Юлаев” хоккей командаһының танылған һөжүм итеүсеһе Родион Әмиров та килгәйне. Ул йәш хоккейсыларға бүләктәр тапшырҙы.

Яңы асылған паркта «Йәшел Башҡортостан» акцияһы ла уҙҙы. Радий Хәбиров, Торлаҡ-коммуналь хужалығы министры Алан Марзаев, Өфө ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев, Родион Әмиров үҙҙәренең ағастарын ултыртты.

Көньяҡ биҫтәһендә йәш ғаиләләр, тимәк балалар ҙа күп. Ял, спорт һәм уйын майҙансыҡтары, воркаут өсөн тренажерҙары, төҫлө фонтаны булған парк улар өсөн ваҡыттарын файҙалы үткәреү урынына әүерелер. Ҙур сәхнә иһә киләсәктә бында мәҙәни сараларҙың да гөрләп үтәсәге тураһында һөйләй.

Фото: freylit.ru

https://yanshishma.com/articles/yuanysly-kh-b-r-r-/2022-04-23/rauil-bikbaev-isemend-ge-park-asyldy-2781799

Халыҡ шағиры исемендәге парк
Халыҡ шағиры исемендәге парк
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: