+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Апрель 2022, 18:46

Ишетмәһәң-ишет! Абдулла Исмәғилев: уйҙырма һәм ысынбарлыҡ

"Башҡортостан" гәзитенең легендар баш мөхәррире Абдулла Ғиниәт улы Исмәғилев хаҡында очерк яҙҙым. Егерме йылдан ашыу төп баҫмала эшләү башҡорт журналистикаһында әле лә әһәмиәтен һәм йоғонтоһон юғалтмаған "Исмәғилев мәктәбе"нең барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итте. Беҙ ағай менән һуңғы көндәренә тиклем  тип әйтерлек аралаштыҡ. Ул зарланманы, ауырлыҡтарҙы үҙ көсө менән еңергә тырышты. "Башҡортостан" гәзитенең 75 йыллығына яҡташтары уға ат инселәне. Баш мөхәррир ярҙамы менән кеше булған берәү ошо бүләкте низағҡа әйләндерергә тырышҡас, көлөмһөрәп кенә ҡуйҙы.

Ишетмәһәң-ишет! Абдулла Исмәғилев: уйҙырма һәм ысынбарлыҡ
Ишетмәһәң-ишет! Абдулла Исмәғилев: уйҙырма һәм ысынбарлыҡ

Абдулла Ғиниәт улы ифрат ярҙамсыл һәм кеселекле етәксе ине. Уҡыусы өсөн Рәми Ғариповҡа ҡағылышлы мәғлүмәттәр ҙә ҡыҙыҡһыныу уятыр һымаҡ. Мәҫәлән, Мәскәүҙән әҙәбиәт институтын тамамлап ҡайтҡан шағирҙы ни өсөн гәзиткә корректор итеп кенә эшкә алғандар...

Һорауҙарға яуаптарҙы очерктан эҙләгеҙ.

 

Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: