+22 °С
Дождь
Яңылыҡтар
11 Мая 2022, 07:00

Майҙың икенсе яртыһы ниндәй буласаҡ?

Метеорологтар мәғлүмәттәре буйынса, яҡындағы тәүлектәрҙә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар яуасаҡ.

Майҙың икенсе яртыһы ниндәй буласаҡ?Майҙың икенсе яртыһы ниндәй буласаҡ?
Майҙың икенсе яртыһы ниндәй буласаҡ?

Шулай ук елдең көсәйеүе көтөлә: көньяҡ-көнбайыштан секундына 7 – 12 метрға тиклем, көсәйгәндә секундына 18 метрға етеүе ихтимал. Һауа температураһы бөгөн + 12, + 17  градус тирәһе буласаҡ.

Фаразлауҙар буйынса, алдағы көндәрҙә төнөн һәм иртән  томан төшәсәк.

Ғөмүмән алғанда, айҙың икенсе яртыһында йәшенле ямғырҙар йыш ҡына яуып,  һауа температураһы + 3 градусҡа ҡәҙәр төшәсәк. 16, 18 майҙа йылы көндәр булыр тип көтөлә. Майҙың һуңғы ике көнө йәнә һалҡын була, тиҙәр.

Фото: yar.mk.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас