+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Май 2022, 11:00

Йылға навигацияһына старт бирелде

Ошо көндәрҙә республикала йылға навигацияһы башланып китте. Уға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров старт бирҙе һәм “Аҡ йылға” спорт саралары фестивалендә ҡатнашты.

Йылға навигацияһына страт бирелде
Йылға навигацияһына страт бирелде

Был сервис хеҙмәте халыҡҡа республикалағы туристик продукттар, иҫтәлекле урындар, саралар, экскурсия маршруттары, транспорт тураһында мәғлүмәт бирә. Шул уҡ ваҡытта бында халыҡҡа мәғлүмәти хеҙмәт күрһәтеү ҙә түләүһеҙ. Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов һөйләүенсә, республикала ошондай өс үҙәк эшләй: «Янғантау» һәм «Торатау» геопарктарында, Нуриман районының Ҡыҙыл Шишмә ҡасабаһында.

Өфөлә Ағиҙел буйында Салауат Юлаев һәйкәле янында, Каруанһарай (Гостиный двор) биләмәһендә һәм Ҡариҙел йылғаһы яры буйында Сипайлово биҫтәһендә тағы ла шундай уҡ өс нөктә барлыҡҡа киләсәк. Ял итергә теләүселәр уларҙа Башҡортостан биләмәһендәге отелдәрҙе, туристик базаларҙы, ял йорттарын, шифаханаларҙы бронләү, экскурсияларға һәм йылғала йөрөүгә билеттар һатып алыу, гид хеҙмәттәрен ала аласаҡ. Үҙәк белгестәре Өфө буйлап экскурсиялар ойоштороуҙа ярҙам итәсәк, Башҡортостандың популяр турҙары һәм маршруттары буйынса консультациялар бирәсәк.

Фото: Башинформ

Йылға навигацияһына страт бирелде
Йылға навигацияһына страт бирелде
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: