+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Июнь 2022, 14:30

Меңдәрҙең яратҡан йырсыһы ине...

Көнгә сыҡһаң, йүнле хәбәр юҡ. Кисә генә  “Шоколадлы ҡуян” – Пьер Нарцисстың (46 йәш) мәрхүм булыуы хаҡында ишеткәйнек. Ә бөгөн яратҡан йырсыбыҙ  –  “Ласковай май” төркөмөнөң элекке солисы Юрий Шатунов 48 йәшендә генә инфаркттан вафат булды, тип тигән ҡайғылы хәбәр алдыҡ. “Бөгөн төндә ашығыс ярҙам машинаһында Юраның йөрәге туҡтаны”, - тине  йырсының продюссеры Аркадий Кудряшов.

Меңдәрҙең яратҡан йырсыһы ине...
Меңдәрҙең яратҡан йырсыһы ине...

Юрий Шатунов 1973 йылдың 6 сентябрендә Күмертау ҡалаһында Клименко Василий Владимирович һәм Шатунова Вера Гавриловна ғаиләһендә тыуған. Малайға 3 йәш булғанда, уның атаһы менән әсәһе айырылыша. 1977 йылда Юрий әсәһе менән Савельевка ауылына күсеп китә. Күпмелер ваҡыттан һуң, әсәһе икенсе тапҡыр кейәүгә сыға. Әммә үгәй атаһы хәмер менән дуҫ була, шуға ла Юрий йыш ҡына өйҙән ҡасыр булып китә, күбеһенсә өләсәһенә барырға тырыша.

1980 йылда Шатунов Көйөргәҙе районының Иҫке Отрада ауылы мәктәбенә уҡырға төшә, ләкин 1984 йылдың сентябрендә (был ваҡытта Юрийға 11 йәш тулған була) әсәһе ныҡлап ауырып китә һәм шул сәбәпле, ул улын Күмертау ҡалаһының 2-се һанлы интернат-мәктәбенә күсерә, ә ике ай үткәс, 1984 йылдың 7 ноябрендә, Вера Шатунова йөрәк өйәнәгенән вафат була. Атаһы улының яҙмышына битараф ҡала, һәм Юрийҙы Түлгән ҡасабаһында йәшәгән инәһе Нина Гавриловна тәрбиәгә ала. Әммә Юрий унда ла өйҙән ҡаса башлай һәм 1984 йылдың ноябренән алып 1985 йылдың октябренә тиклемге осорҙа Башҡортостан һәм Ырымбур өлкәһе буйлап берәҙәк булып йөрөй.

1985 йылдың ноябрендә Ырымбурҙа Шатуновтың артабанғы яҙмышын хәл иткән комиссия ултырышы үтә. Унда Юрийҙы Аҡбулаҡ ҡасабаһы балалар йорто директоры Валентина Николаевна Тазекенова күреп ҡала. Ул үҫмер яҙмышына битараф ҡала алмай һәм комиссия ҡарарына йоғонто яһап, малайҙы үҙе етәкләгән балалар йортона тәғәйенләүгә өлгәшә. 1986 йылдың октябрендә Тазекенованы ҡаланың 2-се интернат-мәктәбенә директор итеп ҡуялар, һәм Юрий ҙа уның артынан был ҡалаға күсә. Ырымбур интернатында үҙешмәкәр түңәрәге етәксеһе Сергей Борисович Кузнецов менән таныша, һәм ошо ваҡыттан «Ласковый май» төркөмөнөң тарихы башлана.

Бәләкәй саҡтан уҡ йондоҙ булған Юра, һуңғы көндәренә тиклем музыка менән шөғөлләнә. 2019 йылда ул «Яратҡан йырҙар» альбомын сығарҙы, ә 2020 йылда «Рәхмәт һиңә», «Туҡтай алмайым» һәм «Ҡар япраҡтарҙы туҙҙыра» композицияларын тәҡдим итте.

Бәхил бул, меңдәрҙең яратҡан йырсыһы!

Фото: just4fun.su

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: