+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Июль 2022, 13:00

Венер ИСХАҠОВтан – “Шәп күстәнәс”

Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, танылған яҙыусы-сатирик, журналист, "Шоңҡар" журналының яуаплы сәркәтибе Венер Исхаҡовтың бөгөн генә Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә  “Шәп күстәнәсе” өлгөрҙө.

Венер ИСХАҠОВтан – “Шәп күстәнәс”
Венер ИСХАҠОВтан – “Шәп күстәнәс”

Ҡәләмдәшебеҙҙең яңы китабына һуңғы йылдарҙа ижад ителгән сатирик һәм юмористик хикәйәләре ингән. Бығаса донъя күргән “Өй эйәһе” тигән китабына ғалим, яҙыусы Тимерғәле Килмөхәмәтов: ” Ыҡсым күләмле йүгерек хикәйәләр бер тында уҡыла. Ҡыҙыҡлы ваҡиғалар, ғәләмәт холоҡло кешеләр ысынбарлыҡтың үҙе һымаҡ ағыла китапта. Зиһенде ылыҡ­тырып, сюжет, характерҙар үҙ артынан эйәртә. Ҡайһы бер хикәйәне хатта ҡабат-ҡабат уҡыйһың. Йыйынтыҡты тотошлай уҡып сыҡҡас, үҙеңә эстән генә былай тип әйтеп ҡуяһың: таныш тормош, таныш кешеләр”, – тип баһа биргәйне. Яҙыусының сираттағы китабы ла әҙәбиәт һөйөүселәр күңеленә хуш килер, моғайын.                                       

Айнур АҠЫЛОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: