

Был суммаға ипотеканы тулыһынса йә өлөшләтә ҡапларға мөмкин. Кредит алынған банк һәм уның менән килешеү шарттары ул саҡта бер ниндәй ҙә роль уйнамай.
Шуныһы мөһим: банк менән ипотека килешеүе 2023 йылдың 1 июленә тиклем төҙөлгән булырға тейеш. Унда кредиттың маҡсаты теүәл күрһәтелеүе зарур. Ул әҙер йә төҙөләһе йорттан өлөшләтә түләү шарты менән фатир йә иһә йорт төҙөү өсөн ер участкаһы һатып алыуға йүнәлтелгән булырға тейеш.
Компенсация бер генә тапҡыр бирелә. Әгәр ипотеканы ҡаплау өсөн ғаилә 450 мең һумдан әҙерәк аҡса алып, ҡалған сумманы һуңғараҡ файҙаланырға өмөт итһә, был барып сыҡмаясаҡ.
Компенсация артынан ипотека кредиты алған банкҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Банк документтарығыҙҙы ДОМ.РФ дәүләт корпорацияһына ебәрәсәк. Унда тикшереү үтеп, ыңғай ҡарар ҡабул ителгәс, тейешле аҡса банкка күсереләсәк. Кәрәкле документтар исемлеге һәм уларҙы туплау рәүеше менән ДОМ.РФ сайтында танышырға мөмкин.
Фото: Яндекс Дзен