

Шуныһы ҡыҙыҡ, 1974-1975 уҡыу йылында Рәсәй буйынса балалар һаны 24 миллионға яҡын булһа, 2009-2010 йылдарҙа 13 миллионға тиклем кәмей. Һуңғы йылдарҙа иһә бер аҙ үҫеш күҙәтелә. Башҡортостанда ла тап ошондай хәл. Республика буйынса 55 мең 1 синыф уҡыусыһы бөгөн тәүге тапҡыр мәктәп ишеген асты.
Быйыл мәктәп уҡыусыларын ниндәй үҙгәрештәр көтә һуң? Беренсенән, кеҫә телефондарын дәрескә алып инеү тыйыла. Икенсенән, патриотик тәрбиә биреүгә иғтибар артасаҡ. Өсөнсөнән, мәктәп ремонтлау өсөн ата-әсәләрҙән аҡса йыйыу тыйыла. Дүртенсенән... Хәйер, мәктәптә кәмендә һуңғы утыҙ-ҡырҡ йыл үҙгәрештәр бара. Ҡайһы уй-ниәттәр тормошҡа ашыр – уныһын ваҡыт ҡына күрһәтер.